Алкин шифаханаһы ауылында Рөстәм Абзалов исемендәге мәктәп филиалы ябылды. «Башинформ»ға Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров хәбәр итеүенсә, 1-се — 4-се класс балаларын уҡытыу өсөн балалар баҡсаһы помещениеһы йыһазландырылған булған. Бер нисә йыл уҡыусылар мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүселәре янында белем алған. Район хакимиәте мәктәп урынлашҡан бина дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡуйылған санитар-эпидемиологик талаптарға (бинала спорт залы, кейенеү-сисенеү бүлмәһе, медпункт, уҡытыусылар бүлмәһе юҡ, ашхана һәм бәҙрәф тейешле талаптарға яуап бирмәй) яуап бирмәүе сәбәпле, уны ябырға мәжбүр булған.
«Был осраҡта мәктәпкәсә төркөм тәрбиләнеүселәренең хоҡуҡтары боҙолоуы хаҡында оноторға ярамай. Тәнәфес ваҡытында шауларға ярамай, сөнки күрше бүлмәлә балалар йоҡлай. Бинала буш помещениелар булмауға бәйле, мәсьәләне тиҙ арала хәл итә алмайбыҙ. Уҡытыуҙы дауам иткән осраҡта балалар баҡсаһы етәкселеге ясле йәшендәге балалар төркөмөн кәметергә, штат расписаниеһын үҙгәртергә һәм 8 кешенән торған персоналды ҡыҫҡартырға мәжбүр буласаҡ. Ошо мәсьәлә арҡаһында Алкин шифаханаһы ауылының башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе филиалын ябырға тура килде», - тип аңлатты район башлығы Ришат Мансуров.
Балалар Алкин-2 һәм Йоматау ауылдары мәктәптәрендә уҡыуын дауам итәсәк. Уҡыусыларҙы мәктәп автобустары ташыясаҡ. Яңы уҡыусылар һаны артыуын иҫәпкә алып, 1 сентябргә мәғариф ойошмаларына яңы уҡыу пособиелары килтереләсәк.