Дим районындағы ҡала дауаханаһында артроскопик операциялар эшләү тергеҙелде.
Медицина ойошмаһына «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, уларға июнь айында йәрәхәт алған пациент килтерелгән. Табиптар һул яҡ тубыҡ быуынының латераль менискыһы йәрәхәте диагнозын ҡуйған.
«Консерватив дауалау алымының һөҙөмтәһеҙ булыуын иҫәпкә алып, артроскопик операция үткәрелде. Тубыҡ быуыны ҡыуышлығы артыҡ туҡымаларҙан таҙартылды, латераль мениск ҡырҡып алынды», — тип хәбәр итәләр дауахананан.
Пациент табип күҙәтеүе аҫтында ҡалдырылған.