Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2023, 10:32

Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороласаҡ

Был хаҡта Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу инициаторы, отставкалағы Эске эштәр министрлығы полковнигы Артур Йомағужин белдерҙе.

«Ағай-энеләр, дуҫтар, иптәштәр. Былтыр ноябрҙә беҙ һеҙҙең менән С.Юлаев исемендәге батальон ойошторҙоҡ, ул бөгөнгө көнгә тиклем ҡуйылған бурыстарҙы  намыҫ менән үтәй. Беҙҙең йәмәғәт штабына батальонға инергә теләгән ирекмәндәрҙән көн һайын шылтыратыуҙар килә. Тимәк, беҙ барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек беҙ теләүселәрҙең күберәк һанын ҡабул итә алманыҡ. Һәм бына бөгөн икенсе батальон булдырыу тураһында күптән көтөлгән ҡарар ҡабул ителде. Беҙ вайымһыҙ булмағандарға, ватаныбыҙҙың патриоттарына, хәрби хәрәкәт ветерандарына, Эске эштәр министрлығы, ГУФСИН һәм башҡа көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына мөрәжәғәт итәбеҙ. Яңы батальон шулай уҡ милли гвардия ғәскәрҙәре структураһында, Ватан мәнфәғәтендә эш итәсәк», – тиелә Артур Йомағужиндың мөрәжәғәтендә.

Батальон сафына инергә теләгән ирекмәндәр Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ бинаһы) адресы буйынса подразделение штабына килә ала. Кандидаттар 55 йәштән өлкән булмаҫҡа һәм яҡшы физик формала булырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-10/artur-yumaguzhin-i-tovarischi-zayavili-o-formirovanii-v-bashkirii-vtorogo-batalona-imeni-salavata-yulaeva-3380117

Авторы: Эдуард Ҡусҡарбәков

Читайте нас