Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2023, 11:56

Ағиҙел йылғаһынан шаһиттар ҡотҡарған ҡыҙҙың хәле тураһында билдәле булды

Кисә Благовещенда Ағиҙел йылғаһында шаһиттар һауҙан 9 йәшлек баланы ҡотҡарған. Ҡыҙҙы Благовещен Үҙәк район дауаханаһының  реанимация бүлегенә ауыр хәлдә килтергәндәр. Ул ваҡытта зыян күреүсенең шәхесе асыҡланмаған була.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡыҙҙың хәле тотороҡло.

– Бала анестезиология һәм реанимация бүлегендә. Ул һыу йотҡан һәм өшөгән була. Пациентты ҡабул иткәндә хәле ауыр, әммә тотороҡло була. Реаниматолог санавиация линияһы буйынса РБКД белгестәре менән консультация үтте. Диагностика саралары үткәрелә", — тип хәбәр итә республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙың ни өсөн йылғала яңғыҙ, өлкәндәрҙең ҡарауынан тыш булыуы аңлашылмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-09/stalo-izvestno-o-samochuvstvii-devochki-spasennoy-ochevidtsami-iz-reki-beloy-v-bashkirii-3378438

Авторы: Дарья Субботина

Читайте нас