Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2023, 15:53

Үҙәк банк Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығына иҫтәлекле тәңкә сығарҙы

Рәсәй банкы 8 августа күренекле совет шағиры Рәсүл Ғамзатовҡа арналған иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә сығарған. Дағстан шағирының китаптары донъяның төрлө телдәрендә миллионлап тираж менән донъя күрә, күп шиғырҙары йырға һалынған. Уларҙың береһе "Торналар" шиғыры Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һалдаттар тураһындағы хәтер символына әүерелә.

Тәңкәнең номиналы – 2 һум, ауырлығы 15,55 г булған 925 пробалы көмөштән "пруф" сифатында эшләнгән, тәңкәнең диаметры 33 мм, тиражы 5 мең дана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-08/tsb-vypustil-pamyatnuyu-monetu-k-100-letiyu-avtora-stihov-zhuravli-3377383

Читайте нас: