Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2023, 08:48

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразлаған

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, шишәмбе, 8 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22,+27° тәшкил итәсәк.

Шаршамбы, 9 августа, яуым-төшөмһөҙ, көнсығыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, көндөҙ йәшен булыуы күҙаллана. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +11,+16°, көндөҙ +24,+29° күрһәтәсәк.

Кесе йома, 10 августа, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +11,+16°, көндөҙ +24,+29°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-08/v-bashkirii-prognoziruyutsya-kratkovremennye-dozhdi-i-grozy-3376532

Авторы: Дарья Субботина

Читайте нас