Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2023, 12:51

«Мин бында тороп ҡалып, тыныс ҡына йәшәй алманым»: эшҡыуар үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән

Юлай Ильясовтың социаль селтәрҙәре
Фото: Юлай Ильясовтың социаль селтәрҙәре

Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тәүгеләрҙән булып Рәсәйҙең махсус операцияһына юлланған яҡташының тарихы менән бүлеште. Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.

Муниципалитет хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренсә, хәрбиҙәр сафына яҙылғансы Салауат Юлаев исемендәге батальон яугире эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, ҙур хужалыҡ тотҡан. Уның контракт буйынса хеҙмәт итеү тәжрибәһе лә бар.

«Кемдер һинең ғаиләңә, өйөңә баҫып инергә тырышһа, берәүгә лә оҡшамаҫ. Илебеҙҙә сыуалыштар башланғас, мин бында тороп ҡалып, тыныс ҡына йәшәй алманым. Тыуған илде яҡлау өсөн махсус хәрби операцияға юлландым. Тәүҙә ғаиләм мине ебәрергә теләмәне, аҙаҡ аңлап ҡабул итте. Ватан — ул беҙҙең ғаилә, уны һаҡларға кәрәк, ә атай ошо ҙур ғаиләбеҙҙе — Рәсәйҙе яҡларға бара, тип аңлатам кескәй улыма», — тип яҡташының әйткән һүҙҙәрен килтерә Юлай Ильясов.

Алғы һыҙыҡта йөрөгән һалдаттың эше менән ҡатыны һәм ата-әсәһе шөғөлләнә. Ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан яугир уйҙары менән иптәштәре янында. Уның һүҙҙәренсә, егеттәр оҙаҡ ҡына бәйләнешкә сыҡмаһа, ул борсола башлай.

«Хоҙай яугирҙәрҙең барыһына ла Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға насип итһен! Өйҙә уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәләр!», — тип билдәләне Көйөргәҙе районы башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-04/ya-prosto-ne-mog-ostatsya-i-zhit-spokoyno-predprinimatel-iz-bashkirii-ushel-dobrovoltsem-na-svo-3372294

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас