12:01 (UTC+5), 02 Августа 2023

Радий Хәбиров граната шартлатырға йыйынған ир менән булған хәл тураһында: «Уға ярҙам итергә кәрәк»

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ»ға граната шартлатырға йыйынған ир менән булған хәлгә комментарий бирҙе.

«500-сөләр (дезертирҙар - ред. иҫкәрмәһе) проблемаһы бар, ләкин һәр кем яңылышырға мөмкин. Беҙгә уларҙы хөкөм итәһе түгел. Унда ауыр, ул яңылышҡан һәм законды боҙған - үҙ белдеге менән часты ҡалдырған. Кешесә йәл, әлбиттә. Бөгөн төп маҡсат уның ахмаҡлыҡ ҡылыуына юл ҡуймау ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, законды боҙған. Мин уға ярҙам итермен, тинем. Бындай егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Әгәр ҙә һәр кем гранатаға тотона башлаһа, бер ниндәй ҙә хәл итеү юлын таба алмаҫбыҙ. Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, ҡыйыу ир-егеттәр, уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу, ахмаҡлыҡ ҡылмаһын өсөн барыһын да эшләне», - тине Башҡортостан Башлығы.

Ир гранатаны бирҙе, уны һорау алыуға алып киттеләр, тип өҫтәне республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатам тип янаған  элекке хәрби хоҡуҡ һаҡлау органдарына  бирелгән. Шартлатҡысты Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, боеприпас тикшереүгә ебәрелгән. Зыян күргәндәр юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-02/glava-bashkirii-ob-intsidente-s-vooruzhennym-granatoy-muzhchinoy-nado-emu-pomoch-3370050

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика