


«Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатырға теләгән элекке хәрби хоҡуҡ һаҡлау органдарына бирелгән. Шартлатҡысты Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте «Башинформ» агентлығына республика етәксеһенең Нуғай шоссеһындағы ваҡиға урынына юлланыуын раҫлағайны. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, ир үҙ белдеге менән хәрби частан ҡасҡан, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышында уны Өфөгә килтергәндәр, бөгөн экспертизаға алып барған саҡта ул нисектер ҡасып китә алған.
Ошо хәлгә бәйле Нуғай шоссеһында ҙур тығын барлыҡҡа килде. Урында экстрен хеҙмәттәр эшләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.