Башҡортостанда «Башҡорт каникулдары» тревел-шоуының икенсе миҙгелен төшөрөү башланды, тип хәбәр итә «Башинформ». Икенсе гранттар конкурсында еңеү яулаған проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Проект республика халҡында һәм ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тапшырыуҙа республиканың популяр турҙары, ял итеү урындары хаҡында һөйләйҙәр.
«Башҡорт каникулдары»ның тәүге миҙгелендә Ғафури, Мәләүез, Бөрө, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Өфө, Белорет райондары менән таныштырҙылар. Сығарылыштар бер нисә тапҡыр «БСТ», «Вся Уфа», «Башҡортостан 24», «ОТР» телеканалдарында күрһәтелде. Һигеҙ серияны ла проекттың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә һәм terrabashkiria сайттарында ҡарарға мөмкин.
«Башҡорт каникулдары» тревел-шоуының икенсе миҙгелендә тағы нимә ғәжәпләндерер һәм уның алып барыусылары Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова ниндәй мажараларға юлығыр - ошо турала быйыл көҙ Башҡортостан юлдаш телеканалында белербеҙ.