Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2023, 14:00

Өфөлә 589 сығарылыш уҡыусыһына «Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» миҙалы тапшырылды

Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса сығарылыш уҡыусыларының 29 эше 100 балға баһаланды. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә Өфөнөң мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң 38-се мәктәбенән Анастасия Пантелейко инглиз һәм рус телдәренән юғары балл йыйған. Рус теле буйынса һынауҙы ул былтырғы уҡыу йылында, 10 класта уҡыған саҡта тапшырған.

Йыл һайын тырыш һәм һәләтле уҡыусыларға тик «бишле» билдәләренән торған аттестаттар бирелә, тип өҫтәне Азат Батыршин. Урта дөйөм белем тураһында аттестат менән бергә уларға «Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» миҙалы ла тапшырыла. Быйыл 589 сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханында юғары белем кимәлен раҫланы.

Әйткәндәй, быйыл Өфөлә Берҙәм дәүләт имтиханында 4,5 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ҡалала 25 имтихан пункты эшләне. Һынауҙарҙың төп осоро 20 июнгә тиклем оҙайтылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-25/29-ufimskih-vypusknikov-poluchili-100-ballov-na-ege-3354989

Читайте нас