

Цюрихта 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан уҡыусыһы Вадим Харисов йыйылма команда составында халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Өфөнән 11 класс уҡыусыһын юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң республика хөкүмәтенә эшкә саҡырырға әҙер булыуын билдәләне.
«Беҙҙең командаға шундай башлы егеттәр кәрәк. Вадим республика инженер лицей-интернатында уҡый. Әйткәндәй, быйыл майҙа ул Ҡаҙағстанда химия буйынса Менделеев олимпиадаһында еңеү яулағайны. Ә хәҙер яңы еңеү - ниндәй бит әле! Вадим Харисовты, уның остазын, химия буйынса баш тренер Айнур Ғүмәровты ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүҙәре менән ҡотлайым. Беҙҙең, Башҡортостан, Рәсәй мәктәбе - ысынлап та донъяла иң көслөләрҙең береһе. Ә беҙҙең йәштәр — иң һәләтлеһе. Быға бер ваҡытта ла шигем булманы», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Вадим Харисов Швейцарияла уҙған 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын яуланы һәм донъяның 90 иленән килгән конкуренттарынан көслөрәк булып сыҡты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы бөтәһе өс алтын һәм бер көмөш миҙалға лайыҡ булды. Уның составында — химия фәненән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәре.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.