
Өфөлә урынлашҡан донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге — Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Рейтингта еңеү яулау беҙҙең республикаға ғилми-белем биреү үҙәге үҫешенә өҫтәмә рәүештә 158 миллион һум аҡса килтерҙе, тип өҫтәне ул.
«21 июлдә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко рәйеслегендә донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәктәре советы ултырышы үтте. Совет Рәсәй ғилми-белем биреү үҙәктәренең 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны һәм өс төркөмдәге рейтинг йомғаҡтарын иғлан итте. Беренсе, иң көслө төркөмдә, беҙ 1-се урынды алдыҡ. Хәҙер хаҡлы рәүештә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге — донъяла иң яҡшыһы тип әйтә алабыҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым!», — тине республика етәксеһе.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.