Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
19 Июля 2023, 10:34

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары төбәк операторҙары менән килешеү төҙөү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан хөкүмәтенең 2023 йылдың 12 июлендәге ҡарары менән республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары менән килешеү төҙөү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Яңы редакцияла төбәк операторы менән килешеүҙе тарҡатыу өсөн нигеҙ тураһында асыҡ әйтелгән. Юридик шәхес төбәк операторы статусынан мәхрүм ителгән осраҡта, вәкәләтле орган килешеүҙе өҙөргә мөмкин. Шулай уҡ яңы төбәк операторын конкурсһыҙ һайлап алып, уның менән 1 йылға килешеү төҙөү хоҡуғы нығытыла.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2-се зонала «Дүртөйлөмелиоводстрой» компанияһы урынына яңы төбәк операторының тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр иткәйне. Был биләмәлә сүп-сарҙы сығарыу тулыраҡ мәғлүмәт - бында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-19/v-bashkirii-vnesli-izmeneniya-v-poryadok-zaklyucheniya-soglasheniy-s-regoperatorami-tko-3346402

Читайте нас