Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2023, 16:50

Мәләүездә балалар баҡсаһы биләмәһенә йылан үтеп ингән

Мәләүездә балалар баҡсаһы биләмәһенә йылан килеп ингән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

«Бөгөн көндөҙ экстрен хеҙмәттәргә Мәләүездәге балалар баҡсаһына йылан үтеп инеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар килеп, туҙбашты тотҡан һәм урманға ебәргән», — тип белдерҙеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Йыланға тап булған осраҡта, ҡотҡарыусылар ғауғаға бирелмәҫкә, ҡырҡа хәрәкәттәр яһамаҫҡа, уны ҡурҡытмаҫҡа һәм тотмаҫҡа, таяҡ йәки ҡул менән ҡағылмаҫҡа кәңәш бирә.

«112 номерына шылтыратып, ҡотҡарыусыларҙы саҡыртырға мөмкин», — тип өҫтәнеләр дәүләт комитетында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-17/na-territoriyu-detsada-v-bashkirii-zapolzla-zmeya-3343363

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас