«Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» «Башкортостостан Республикаһы Законының 8-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон көсөнә инде. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән билдәле булды.
Хәҙер дәүләт власы органдарында, урындағы үҙидара органдарында, республика дәүләт, муниципаль учреждениеларҙа һәм ойошмаларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын тәү сиратта ҡабул итәләр.
Республикала хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, төрлө льготалар бар. «Башинформ» Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгәнен хәбәр иткәйне.