Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2023, 11:35

Дәүләт Думаһы эттәрҙе махсус урындарҙа ғына йөрөтөргә рөхсәт итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Дәүләт Думаһы депутаттары аҙаҡҡы уҡыуҙа кешеләрҙе хужаһыҙ хайуандар һөжүменән яҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул итте. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, хәҙер эттәрҙе махсус урындарҙа ғына йөрөтөргә рөхсәт ителә. Уларҙы муниципалитеттар билдәләргә тейеш.

Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Думаһына яңы закон тексына берәҙәк хайуандарҙы эвтаназиялау тураһында положение индерергә тәҡдим ителде. Профилле комитет был башланғысты кире ҡағырға кәңәш итте. Шуға күрә федераль законда бындай формулировка юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-13/gosduma-razreshila-vygulivat-sobak-tolko-v-spetsialnyh-mestah-3337863

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас