Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Иннопром-2023» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. Республика делегацияһы составында хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, үҫеш институттары һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре.
Эшлекле программа сиктәрендә Радий Хәбиров эш осрашыуҙары үткәрә. «Иннопром» майҙансығындағы төп ваҡиғаларҙың береһе – 2022 йыл өсөн Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән ошо рейтингты етәкләне.