


Республикала «Айғыр» пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәш буйынса айырым подразделение булдырырға хәл ителде. Ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында була. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында хәбәр ителә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала СВО-ла ҡатнашыу өсөн 2,5 мең кешенән торған полк төҙөргә ҡарар ителде. Июндә Өфөнән Сергей Зорин исемендәге башҡорт танк батальоны һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареяһы, Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы яугирҙәре, Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальондар, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион хәрби әҙерлек урынына юлланды. Уларҙың барыһы ла «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкы составына инде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.