Рәсәйҙең Юстиция министрлығы Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондын* (WWF*, сит ил агенты тип танылған) маҡсатһыҙ ойошмалар исемлегенә индерҙе. Был турала мәғлүмәт ведомствоның сайтында баҫылған.
Генпрокуратура баһаһы буйынса, WWF* фондыңы «тәбиғәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшмәкәрлеген алып барған» вәкилдәре Рәсәйҙең власть органдары ҡарарҙарына йоғонто яһарға тырышҡан, «сәнәғәт һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡамасаулаған».
Бынан һуң Генераль прокуратура фондтың Рәсәйҙәге эшмәкәрлеген файҙаһыҙ тип таныны.
*Сит ил агенты функцияларын башҡарыусы ойошма.