Рәсәйҙең Оборона министрлығы Башҡортостандан Рәсәй Геройы Степан Беловтың фотоһын баҫтырып сығарҙы. Фотола яугир һәм уның Рысь ҡушаматлы бесәйе төшөрөлгән.
«Әлеге генә Степан менән бәйләнешкә индек, бөгөн төнгө өстән бирле алыш тынмай, ти. «Дошмандың иҫәпһеҙ-һанһыҙ техникаһын юҡ иттек», – тип Оборона министрлығының телеграм-каналында яҡташыбыҙҙың һүҙҙәрен килтергәндәр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың декабрендә Степан Белов ил президенты Владимир Путин ҡулынан «Алтын йондоҙ» алды. Һуғышта ҡатнашҡаны өсөн Суворов миҙалы, ике Батырлыҡ ордены, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул 1996 йылдың 14 июнендә тыуған. Мәктәптән һуң Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға ингән. Уны 2018 йылдың декабрендә тамамлаған. 2019 йылдың ғинуарында лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт итә башлай. 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша.