Өфөнөң Дим районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Хәмзин 101 йәшен билдәләне. Был хаҡта «Башинформ»ға район хакимиәте башлығы Антон Тарасовтан билдәле булды.
Абдулла Мансур улы 1922 йылдың 20 июнендә Ҡырмыҫҡалы районында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. 1943 йылдың октябрендә, фронтҡа китер алдынан, запас полкка эләгеп, ике ай минометчикка уҡый. 65-се гвардия миномет полкы составында Мәскәү эргәһендә, Великие Луки ҡалаһы янындағы фронтта ҡатнаша. Көслө, һау-сәләмәт һалдатҡа йөҙ килограмға яҡын минометты күтәреп йөрөргә тура килә. Абдулла Хәмзин һуғышта яраланып, һул аяғының бармаҡтарын туңдырһа ла, был уға Берлинғаса барып етергә ҡамасауламай. Бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уҙған йылдың майында йөҙйәшәр ветеран Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадының абруйлы ҡунағы булды.