Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
20 Июня 2023, 08:38

Өфө контрактсыһы алғы һыҙыҡтан видеояҙма ебәргән

Эдуард - Өфөнөң Ленин районынан Шайморатов исемендәге батальон яугире. Әле ул алғы һыҙыҡта – хәрби хәрәкәттәр зонаһында. Ошо көндәрҙә ул өйөнә хис-тойғоло видеояҙма ебәргән.

«Малай сағымдан уҡ Ватан һаҡсыһы булырға хыялландым, хатта көрәш секцияһына яҙылғайным. Махсус хәрби операция башланғас, хәрби хәрәкәттәр зонаһына барырға хәл иттем. Ғаиләм был ҡарарҙы шунда уҡ ҡабул итмәне, ләкин һуңынан: «Һин беҙҙең герой», - тине. Минең тәжрибәм бар, органдарҙа эшләгән ваҡытта бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгенә командировкаға барырға тура килде. Дошман бик мәкерле һәм ҡурҡыныс, ләкин илебеҙҙең көсө ғәйәт ҙур. Беҙгә үҙ-үҙенә һәм еңеүебеҙгә ышанған яугирҙәр кәрәк. Контрактсылар сафына баҫ. Һиңә тулы социаль пакет, юғары эш хаҡы һәм ветеран статусы гарантиялана. Һинең ваҡытың етте. Һин булмаһаң, кем?» - ти ул.

Хәбәр иткәнебеҙсә, контракт төҙөү өсөн 177 берҙәм белешмә номерына, 122 йәки (347) 218-19-19-19 һандары аша Ситуация үҙәгенә, йә иһә «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-20/kontraktnik-iz-ufy-prislal-s-peredovoy-chestnoe-video-3305821

Автор:Станислав Шахов
Читайте нас