Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2023, 13:51

Өфөлә 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин вафат

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Бөгөн иртән Башҡортостандың баш ҡалаһында 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин донъя ҡуйған. Ҡайғылы хәбәрҙе үҙенең телеграм-каналында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев еткерҙе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Кашшаф Әһлетдин улы быйыл 2 майҙа бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгәйне. Ул 1923 йылда Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында тыуған. 17 йәшендә Сәмиғуллин үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Егет ЗАГС-та эшләгән ике туған апаһының ярҙамы менән үҙенең йәшен өҫтәп яҙҙыртҡан.

Уны Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына ебәрәләр, ә 1942 йылдың 15 майында Кашшаф Әһлетдин улы Калинин фронтына — Ржев эргәһендә урынлашҡан 20-се армияға эләгә. Бында ул пулемет расчеты командиры булып хеҙмәт итә. Кәмәләрҙә һәм һалдарҙа Вазуза йылғаһы аша йөҙөп сығып, Сәмиғуллин десант полкының башҡа подразделениеларына кисеүҙе үтергә ярҙамлаша. Ҡаты бәрелештә яралана һәм контузия ала.

Фронттан ҡайтҡас, милиция мәктәбенә уҡырға инә, аҙаҡ Эске эштәр халыҡ комиссариатына эшкә урынлаша. Хеҙмәт юлын кесе лейтенант булып башлай, 1985 йылдың авгусында полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.

Хәләл ефете Сажиҙә Мөхәмәтлатип ҡыҙы менән 73 йыл татыу ғүмер кисергәндәр, өс бала, 8 ейән-ейәнсәр һәм ике бүлә-бүләсәр тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Кашшаф Сәмиғуллин 42 хөкүмәт һәм 34 ведомство наградаһы менән бүләкләнгән, ул генерал Шайморатов ордены менән айырыуса ғорурлана. 2023 йылдың апрелендә ҡала советы депутаттары уға Өфөнөң почетлы гражданы исемен бирҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-15/ne-stalo-legendy-v-ufe-ushel-iz-zhizni-100-letniy-veteran-velikoy-otechestvennoy-kashshaf-samigullin-3300478

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас