5 июндә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы «Башавтотранс» предприятиеһының генераль директоры Надир Самиевҡа һәм коллективҡа намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға «Башавтотранс» автобустары водителдәрен наградаға тәҡдим итергә ҡушты.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, айырыуса гуманитар йөк һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ташыуҙа ҡатнашҡан водителдәргә иғтибар итергә кәрәк.
«Ҡайҙа кешеләр ысынлап та эшләй, уларға орден-миҙалдар ҙа, наградалар ҙа йәл түгел. Ҙур рәхмәт һеҙгә!» — тине Радий Хәбиров.