Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
05:32 (UTC+5), 01 Июня 2023

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде

Альмира Давлетбаева

31 майҙа Өфө хакимиәте ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте. Комиссия ағзалары һәм саҡырылғандар Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡорбан байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ислам календарындағы төп байрамдарҙың береһе Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс билдәләнә. Быйыл Ҡорбан байрамы 28 июнгә тура килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡаланың 23 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла.

Ҡорбан салыу йолалары ике махсус майҙансыҡта: «Карауан» сауҙа комплексы һәм Төньяҡ автовокзал биләмәләрендә башҡарала.

Байрам үткәрелгән урындарҙа ветеринария хеҙмәттәренең эше ойошторола, уларҙың төп маҡсаты — ниндәйҙер сир билдәләре булған малдарҙы ҡорбан итеп салыуға юл ҡуймау.

Ҡорбан байрамы иртәнге намаҙҙан башлана, намаҙ уҡый торған ерҙәрҙә мосолмандар намаҙ уҡый, саҙаҡалар бирә, һуңынан ҡорбан салына. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-31/v-ufe-obsudili-podgotovku-k-prazdniku-kurban-bayram-3282936

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика