Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2023, 10:07

Көйөргәҙелә Мостафиндар эшһөйәрлеге һәм ярҙамсыллығы дан тота

«Ярзам – изге эштәр ваҡыты» проекты сиктәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең изге эштәре хаҡында һөйләүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Салауат Ғаяз улы Мостафин Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында йәшәй. Ошонда ул тыуған, үҫкән, белем алған. Салауат Ғаяз улы электромонтер һөнәрен үҙләштерә һәм ғүмер буйы Киров исемендәге совхохда электрик була. Үҙен оҫта, намыҫлы, эшһөйәр белгес булараҡ күрһәтә. Хәҙер Салауат Ғаяз улы хаҡлы ялда. Ҡатыны Гүзәл Айрат ҡыҙы, пенсия йәшенә етеүгә ҡарамаҫтан, эшләүен дауам итә — Күмертауҙа массаж буйынса шәфҡәт туташы булып эшләй. Элек бер юлы өс кабинетта — процедура, бәйләү һәм массаж кабинеттарында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Уның 39 йыл хеҙмәт стажы бар. Салауат Ғаяз улының хеҙмәт стажы – 42 йыл.

Ир менән ҡатын бер-береһен бер һүҙҙә аңлап, иңгә-иң терәшеп донъя көтә. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән – өс ул һәм бер ҡыҙ. Ике өлкән улының ғаиләһе бар, ул айырым йәшәй. Тағы бер улдары – Өфө медицина университеты студенты. Кесе ҡыҙҙары 11-се класта уҡый. Уларҙың ғаиләһе ауылда иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе, улар ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған, изге эштәре бар тирә-яҡҡа танылған.

Салауат Ғаяз улы – диндар кеше. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул көн дә өс тапҡыр мәсеткә йөрөй башлай. Уларҙың ғаиләһе ауыл үҙәгендә йәшәй. Яҡында хакимиәт йорто, клуб һәм мәктәп урынлашҡан. Уларҙың өйөнән алыҫ түгел бәләкәй генә юл бар, уның аша бөтә ауыл халҡы йөрөй: мәктәп уҡыусылары мәктәпкә, эшсе кешеләр эшкә, идаралыҡҡа, колхозға. Ҡыш көнө был юлды ҡар баҫа, сөнки коммуналь техника унда үтә алмай. Иртән Салауат Ғаяз улы үткәүелде ҡарҙан таҙарта. Әгәр кис буран булып юл ҡар менән ҡапланған булһа, мәсеткә һәм кирегә ул мотлаҡ көрәк менән бара.

– Ирем иртә — сәғәт биштә тороп, юлды таҙартырға бара, – тип һөйләй уның ҡатыны Гүзәл Айрат ҡыҙы. Сәғәт туғыҙға тиклем бөтә. Был юлды трактор таҙартмай, сөнки унда үтә алмай. Ә унда ҡар күп, таҙартмаһаң, бер нисек тә үтеп булмай. Һәм ирем икенсе ҡыш, хаҡлы ялға сыҡҡас, был юлды кешеләр үтә алһын өсөн таҙарта. Хәҙер уның һаулығы ла шәптән түгел, ҡан баҫымы юғары, әкрен йөрөй, әммә барыбер хәрәкәт итә, эшләй. Ә йәй һәм көҙ унда тротуарҙы һеперә. Күршеләрҙең барыһы ла миңә иремдең бигерәк яҡшы булыуын әйтә, маҡтай, рәхмәт әйтә. Ә ул ысынлап та бик яҡшы кеше. Һәр кемгә ярҙам итә.

Йәш сағында ул гер күтәреү спорты менән шөғөлләнгән, һәр ваҡыт һабантуйҙарҙа, ауыл клубтарында үткән «Йәгеҙ әле, егеттәр» ярыштарында беренсе урындарҙы яулай. Күршеләренә, таныштарына һәм коллегаларына йорттар төҙөргә ярҙам итә — ауыр бүрәнәләрҙе бер үҙе күтәреп һала. Уларға кирбес гараждар төҙөргә лә ярҙамлашҡан. Ауылда уның ярҙамында бик күп йорттар төҙөлгән. Әгәр кемдеңдер электр менән проблемалары булһа, барыһы ла уға мөрәжәғәт итә — ул үҙе электрик. Һәм ул артыҡ һорауҙарһыҙ барып, килеп сыҡҡан бөтә проблемаларҙы хәл итә. Беҙ икебеҙ ҙә Яңы Мораптал ауылында тыуғанбыҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ бында күп, ул бөтәһенә лә ярҙам ҡулы һуҙа.

Беҙ өйләнешкәндә ирем үҙе йорт төҙөнө, — тип дауам итә Гүзәл Айрат ҡыҙы. —Балалар тыуҙы, уларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итте, балалар баҡсаһына үҙе алып барҙы, алып ҡайтты. Балалар мәктәпкә барғас, дәрестәрен эшләргә ярҙам итте. Ул үҙе мәктәптә отличник булды. Әгәр балаларҙа рус теле, математика, физика, химия буйынса һорауҙар тыуһа, ул уларға барыһын да аңлатты. Ул бик күп белә, ғүмер буйы китаптар, журналдар, гәзиттәр уҡый. Телевизорҙан «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуы барғанда ул бөтә һорауҙарға ла шунда уҡ яуап бирә. Шахматта бик яҡшы уйнай. Балаларға ла өйрәтте. Улдары ла, ҡыҙы ла мәктәп шахмат турнирҙарында беренсе урындарҙы алып, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә ҡала ярыштарында еңеү яуланылар.

Салауат Ғаяз улы балаларға уҡыуҙа ярҙам итеүҙән тыш, уларҙы эшкә лә өйрәтә. Ауылда мал-тыуарһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ нисек йәшәргә? Һыйыр, быҙау, ҡуян, бер нисә тиҫтә өйрәк тоттоҡ. Һәм балалар һәр ваҡыт эшләне. Беҙҙең ғаиләлә улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа һыйыр һауырға, һөттө айырырға, аш-һыу әҙерләргә өйрәнеп үҫте.

Ғаилә башлығының ҡулдары алтын: күршеләренең телевизорҙарын, радиоалғыстарын, саң һурҙырғыстарын, һә, тигәнсе йүнәтеп бирә. Бер ни тиклем ваҡыт элек Яңы Морапталда электр мейестәре менән икмәкхана булған. Был мейестәрҙе Салауат Ғаяз улы ла бер нисә тапҡыр ремонтлаған. Балалар, аталарына ҡарап, күп нәмәгә өйрәнгән. Бөтә улдары ла электриканы бик яҡшы белә.

Өлкән улдары Венер белеме буйынса механик. Ул Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, өйләнеп, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Ҡатыны менән дүрт малай үҫтерә. Уның да ҡулдары атаһыныҡы кеүек бөтә эшкә оҫта.

Уртансы улдары Эльвир БДМУ-ны тамамлап Яр Саллыла педиатр булып эшләй. Шулай уҡ өйләнгән, тиҙҙән атай буласаҡ. Яңы өйләнешкән пар Эльвир эшләгән поликлиника янында фатир һатып алған. Эльвир, атаһы кеүек үк тик «яҡшы» билдәләренә өлгәшә, өс тапҡыр президент стипендиаты була. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнә гер күтәрә, йүгерә, саңғы ярыштарында ҡатнаша.

Кесе улдары Эльмир армияла хеҙмәт иткәндән һуң БДМУ-ға уҡырға инә. Ҡыҙҙары Айһылыу 11-се синыфта уҡый һәм ағалары кеүек үк үҙенең тормошон медицина менән бәйләргә йыйына.

Ә иң мөһиме – балалар ата-әсәләренән күңел йомартлығын һәм тирә-яҡтағыларға ярҙам итеү теләген үҙләштереп үҫкән. Улар балалар йорттарында йәшәүсе балаларға бүләктәр һатып ала, ағас ултыртыу акцияларында ҡатнаша, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерә. Илвир Мостафин студент йылдарында вагондарҙы бушата һәм алынған аҡсаға балаларға бүләктәр һәм китаптар һатып ала, бала табыу йорттарында һәм ҡарттар йорттарында художестволы үҙешмәкәрлек номерҙары менән сығыш яһай. Үҙенең әүҙем тормош позицияһы өсөн аҡсалата премия менән бүләкләнә һәм хажға барып ҡайта. Һәм 2023 йылды, йола буйынса, хәйриә менән ҡаршылай дуҫтары менән бергә балалар йортона киләләр, унда балаларға бүләктәр тапшыралар һәм уларҙы үҙҙәренең сығышы менән ҡыуандыралар.

* * *

«Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проекты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм республиканың «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор: Евгения Сюткина.

Читайте нас: