Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2023, 12:08

Өфөлә Совет майҙаны янында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыла

Өфө хакимиәте
Фото: Өфө хакимиәте

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениеларын махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу сараһын уҙғарыуға бәйле 1 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән 12-гә тиклем Пушкин урамы участкаһында - Цюрупа һәм Ленин урамдары араһында, шулай уҡ Совет урамының бер өлөшө - Зәки Вәлиди урамынан алып Октябрь революцияһына тиклем хәрәкәт ябыла. Был хаҡта Өфө хакимиәте хәбәр итә.

Сикләү ваҡытында йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы үҙгәрә. Бынан алдараҡ «Башинформ» «Забег.РФ» Бөтә Рәсәй ярыммарафонын уҙғарыуға бәйле 4 июндә Өфөлә хәрәкәтте сикләү тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-31/v-ufe-vremenno-perekroyut-dvizhenie-v-rayone-sovetskoy-ploschadi-3281857

Читайте нас