Иртәгә, 25 майҙа, Өфөлә Сергей Зорин исемендәге башҡорт танк батальонын һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге башҡорт зенит-артиллерия батареяһын оҙатыу тантанаһы була. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне.
«Совет майҙанында «Китап байрамы» йәрминкәһе стендтары тора, шуға яугирҙәрҙе «Патриот» хәрби-тарихи паркынан оҙатабыҙ», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә.
Яңы хәрби формированиелар көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркынан юлға сыға.
Был подразделениелар «Башҡортостан» башҡорт ирекле мотоуҡсылар полкы составына индерелә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.