Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
06:53 (UTC+5), 24 Май 2023

«Башинформ»дың махсус проекты — «Ҡаурый ҡәләм геройҙары» федераль социаль журналистика конкурсы финалында

Ләйсән Закирова

«Башинформ» агентлығының «Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» махсус проекты «Социаль партнерлыҡ» номинацияһында «Ҡаурый ҡәләм геройҙары - 2023» федераль социаль журналистика конкурсының өс финалсыһы иҫәбенә инде. Конкурстың исемлеген ойоштороусылар, «Кеше булырға» социаль проекттар үҙәге баҫтырып сығарған.

Хәҙер финалсыларҙың материалдарын «Медиалогия» мониторинг системаһы ярҙамында тикшерәләр. Бынан һуң эштәрҙе жюри баһалай һәм һәр номинацияла конкурс еңеүселәрен билдәләй. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә була.

Быйыл конкурсҡа бөтәһе 158 киң мәғлүмәт сараһынан, социаль селтәрҙәрҙәге авторҙарҙан һәм пабликтарҙан 276 ғариза килгән. Ҡатнашыусылар араһында – тотош илебеҙҙән медиа һәм журналистар. Рәсәйҙең 22 ҡалаһынан авторҙарҙың 34 материалы финалда.

«Башинформ» агентлығы «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты» проектын 2022 йылдың сентябрендә башлап ебәргәйне. Журналистар изге ғәмәлдәр ҡылған яҡташтарыбыҙ менән таныштыра.

Проектты «Башинформ» агентлығы Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында республиканың «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте» ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашыра.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-24/spetsproekt-bashinforma-vyshel-v-final-federalnogo-konkursa-sotsialnoy-zhurnalistiki-geroi-pera-3269414

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика