Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2023, 11:04

Башҡортостан райондарының береһендә яңы прокурор тәғәйенләнде

Башҡортостан прокуратураһы сайты
Фото: Башҡортостан прокуратураһы сайты

Юстиция советнигы Андрей Ёлкин 5 йылға Бөрйән районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәйҙең генераль прокуроры Игорь Краснов ҡул ҡуйған.

Андрей Владиславович 1987 йылда тыуған, 2009 йылда Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлаған.

Республика прокуратураһы органдарында 2011 йылдың апреленән алып эшләй. Белорет район-ара прокуроры ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы, урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Хеҙмәт бурыстарын яҡшы үтәгәне өсөн Рәсәйҙең генераль прокурорынан, бер нисә тапҡыр Башҡортостан прокурорынан бүләкләнгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-24/v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-naznachili-novogo-prokurora-3269902

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас