Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2023, 13:21

«Яҙҙы ҡаршылай»: Башҡортостанда байбаҡтар ҡышҡы йоҡоһонан уянған

Артур Зарипов/ vk.сom
Фото:Артур Зарипов/ vk.сom

Башҡортостанда байбаҡтар ҡышҡы йоҡоһонан уянған. Йәнлектәрҙе Бишбүләк районында күргәндәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығы Артур Зариповтан билдәле булды. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә фото һәм видеояҙма һалған. Кадрҙа һыуыр тирә-яҡҡа ҡаранып торғандан һуң кире өңөнә инеп китә.

«Бына ул, беҙҙең матурҡай! Беренсеһе йылынырға сыҡты, яҙҙы ҡаршылай. Бөгөн 29 март, быйыл улар иртәрәк күренде», - ти видео авторы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-30/vesnu-vstrechaet-v-bashkirii-ot-zimney-spyachki-prosnulis-surki-3197882

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: