Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
64.69
-0.27
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2023, 14:00

Өфөлә тәүге яҙғы өмә 31 мартта ойошторола

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото:Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге яҙғы өмә 31 мартта ойошторола. Мэрияла бөтә предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы «санитар йома»ла ҡатнашырға һәм тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартырға саҡыралар. Ә өфөләр үҙҙәренең ихаталарын һәм йорт янындағы майҙандарҙы тәртипкә килтерергә мөмкин.

«Күптәр уҙған аҙнала уҡ үҙҙәре эшләгән һәм йәшәгән биләмәләрҙе йыйыштыра башлаһалар ҙа, был «санитар йома» күләмлерәк булырға вәғәҙәләй. Айырыуса сүп-сарҙан таҙартыуға һәм ҡар өйөмдәрен таратыуға иғтибар бирелә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар көн һайын Өфө урамдарын һәм ихаталарын таҙарта. Ләкин күмәк көс менән генә ҡаланы йәмлерәк һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ итергә мөмкин», - тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-30/pervaya-vesennyaya-uborka-v-ufe-proydet-31-marta-3197912

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: