Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2023, 11:20

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

2023 йылда Башҡортостанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған тантаналы саралар уҙғарыла. Уларға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостанда республика ойоштороу комитеты төҙөлдө.

Республика Башлығының тейешле бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған, тип хәбәр итә «Башинформ». Документ менән ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкләй. Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫарҙары — Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов һәм Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Ойоштороу комитетына министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре лә инде.

Республика ойоштороу комитетына 2023 йылдың 5 апреленә тиклем тантаналы сараларға әҙерлек һәм уларҙы уҙғарыу планын раҫлау бурысы йөкмәтелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә бойороҡто тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә кәрәк.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына тантаналы сараларҙы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-30/v-bashkirii-sozdan-orgkomitet-po-podgotovke-i-provedeniyu-meropriyatiy-k-78-y-godovschine-velikoy-pobedy-3197558

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: