Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2023, 14:33

Башҡортостанға балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 188,7 миллион һум бүленә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

2023 йылда Башҡортостанға балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 188,7 миллион һум аҡса бүленә, республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 75,5 миллион һум йүнәлтелә, был иһә 37 743 уҡыусы өсөн турҙар ойошторорға мөмкинлек бирер тип көтөлә.

2022 йылдан республика «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә «Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) социаль заказы тураһында» федераль законды ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр республика мәктәп туризмы программаһын бойомға ашырыусы 18 пилот төбәк иҫәбенә инде. Проект ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, балаларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың юғары баһаһын алды. 2023 йылда республикабыҙҙа программала ҡатнашыусылар 3 тапҡырҙан ашыуға арттырылды, улар өсөн яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар әҙерләнде.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала «Патриот» паркы төҙөлөшө хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2023-03-30/bashkiriya-poluchit-iz-federalnogo-byudzheta-na-razvitie-detskogo-turizma-188-7-milliardov-rubley-3197990

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: