Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 17:12

Урал Искәндәровты республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһында указ баҫылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында БашҡортостанБашлығының Урал Искәндәровты республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһында указы баҫылған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров 27 мартта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдергәйне.

Урал Искәндәров 1966 йылдың 10 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Кубань дәүләт аграр университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда «Волгоэлектросетьстрой» тресының Өфө участкаһында монтажсы булып башлай. Эре панелле йорттар төҙөү тресының 2-се төҙөлөш идаралығы слесары, БАССР Дәүләт арбитражының хужалыҡ мөдире, Башҡортостан Республикаһы Арбитраж судында әйҙәүсе белгес, аҙаҡ судья, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы булып эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-29/opublikovan-ukaz-o-naznachenii-urala-iskandarova-nachalnikom-inspektsii-gostehnadzora-bashkirii-3196660

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: