Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 09:43

Сибайҙан пенсионер Зәйтүнә Ғәбзәлилова асарбаҡтарға өй табырға ярҙам итә

«Башинформ» үҙенең «Ярҙам – время добрых дел» проекты буйынса ихлас изгелек ҡылып, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышҡан кешеләр хаҡында тарихтар туплауын дауам итә. Беҙҙең сираттағы геройыбыҙ – Сибайҙан оло йәштәге ирекмән Зәйтүнә Ғәбзәлилова.

71 йәшлек Зәйтүнә Ғәбзәлилова бөтә ғүмерен кешелеккә хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Мәктәпте тамамлағас, медицина колледжында фельдшер-акушерға уҡып сыға һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай бала табыу йортонда эшләй.

Ә пенсияға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып ултырыуҙа һис кенә үҙһенмәй. Йәмәғәт эшенә тотона. Хәҙер ул – асарбаҡтарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙамға ашығыусы ирекмән. Хәйер, Зәйтүнә инәй быға тиклем дә төрлө сәбәптән йортһоҙ ҡалғандарға ярҙам итә: уларға ашарға бирә йә йылы кейем килтерә. Ә хәҙер уларға хатта өй ҙә табырға ярҙам итә.

«Мин беҙҙең Маяковский паркы янында йәшәйем. Саф һауаға сыҡҡанда асарбаҡтарҙы йыш күрә инем. Шул саҡ уйлана башланым: артабан уларҙы яҙмыш ҡайҙа ташлар? Һәр саҡ улар өсөн йөрәк әрней», – тип һөйләй Зәйтүнә Фәтхи ҡыҙы.

Тәүгеһендә пенсионер күршеһенең үтенесе буйынса асарбаҡҡа тораҡ табырға ярҙам итә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған Михаил документтарын тергеҙә һәм Иҫке Байыш йорт-интернатында йәшәй башлай.

«Күптән түгел хәлен белешергә барҙыҡ, унда күптәргә урынлашырға ярҙам иттек. Уларҙы һағынабыҙ, шуға күрә барабыҙ, бәйләнеште өҙмәйбеҙ», – ти изге күңелле ирекмән.

Зәйтүнә Ғәбзәлилованың ике йыллыҡ тырышлығы бушҡа китмәй, 15 кеше үҙенә йәшәргә урын таба. Ул һәр береһен исемләп хәтерләй, әлбиттә, уларҙың нисек итеп бындай хәлгә ҡалыуын, аяныслы яҙмыштарын онотмай. Пенсионер шулай уҡ һәр ҡайһыһына документтарын тергеҙергә, медицина тикшереүе үтергә, урындағы дауахананың паллиатив бүлегендә ятып сығырға, инвалидыҡ юлларға ла ярҙам итә. Бынан һуң ҡайһы берҙәрен йорт-интернаттарға урынлаштыра йә туғандарын эҙләп таба. Зәйтүнә инәй һөйләүенсә, уға ҡала хакимиәте, полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡала дауаханаһы табиптары, сиркәү һәм мәсеткә килеүселәр ҙур ярҙам күрһәтә. Сибай мэрияһында ла пенсионерға рәхмәтен әйтеп бөтә алмайҙар.

«Уның эше бик уникаль. Республикала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр тормош хәлендә ҡалған тулы ярҙам күрһәткән учреждениелар юҡ. Асарбаҡтарҙың документтары юҡ, социаль учреждениеларға ҡабул итмәйҙәр, уларҙың барыр урыны юҡ. Был осраҡта Зәйтүнә Фәтхи ҡыҙы ярҙамға килә. Үҙенең эскерһеҙлеге, ярҙамсыллығы һәм реаль эштәре менән. Беҙ уға һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның кешеләрҙе яратыуына һоҡланам», – тип һөйләй Сибай хакимиәтенең социаль эштәр белгесе Лилиә Ғәниева.

Зәйтүнә Ғәбзәлилова бер кемде лә тәнҡитләмәй ҙә, был кешеләрҙең ни сәбәптән урамда тороп ҡалыуы хаҡында һөйләмәй ҙә. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, ти ул. Бынан бер ай элек уға хәтерен юғалтҡан ир мөрәжәғәт иткән. Һаңғырау-телһеҙ һәм документтарһыҙ. Әле ҡағыҙҙарын тергеҙәләр, ваҡытлыса ятаҡҡа урынлаштыралар. Шул арала уның ғаиләһен дә эҙләп табалар. Асыҡлаыуынса, ир бында Удмур республикаһынан килгән. Документтар әҙер булғас та, егет йортона, туғандары янына ҡайтасаҡ. Әгәр уға ярҙам ҡулы һуҙған кеше булмаһа, был егеттең яҙмышы ниндәй булыр ине? Күҙ алдына килтереүе ауыр.

Тап шуның өсөн дә ирекмән ярҙам итеүҙән баш тартмай. Хатта ҡайһы берҙәрен үҙ өйөнә лә алып ҡайта, уларҙы йыуындыра, йылытып, ашатып сығара. Был изге эштә уға улы Илшат ярҙамлаша.

«Улым — парикмахер, шуға ла уларҙы йыуындыра ла, сәсен дә ҡырға. Ул — минең шәхси водителем дә, документтар юлларға кәрәк була йә асарбаҡтарҙы икенсе районда урынлашҡан приютҡа илтергә тура килә», — ти ғорурлыҡ менән Зәйтүнә инәй.

Тап ошондай Зәйтүнә Фәтхи ҡыҙының ярҙамы менән Сибайҙа бөтөнләй асарбаҡтар ҡалмаған да инде. Пенсионер һүҙҙәренсә, ирекмәнлек осоронда ике кеше урамдан китергә һәм йәшәү рәүешен бөтөнләй үҙгәртергә теләмәгән. Шулай ҙа ирекмән уларҙың береһен күндергән. Асарбаҡ приюттан баш тартҡан, әммә элекке совхоздың помещениеһында йәшәргә ризалашҡан. Ирекмән ҡала хакимиәтенән мөрәжәғәт итеп, бинаға элек уты һәм йылылыҡ үткәргән. Әлбиттә, барлыҡ шарттары булған өй түгел, әммә урамдан күпкә яҡшыраҡ.

«Тәүҙә урамдан китергә теләмәне, ә хәҙер рәхмәт әйтә. Сибайға эш буйынса килһә, миңә сәйгә инеп сыға», — ти ирекмән.

Зәйтүнә Фәтхи ҡыҙы әйтеүенсә, уға ярҙамсыллыҡ һыҙаты уға тәрбиәгә алған ата-әсәләренән күскән. Ғаилә вокзал янында йәшәгән. Зәйтүнә Фәтхи ҡыҙының әсәһе автобусҡа һуңлап ҡалған бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе йоҡларға индергән, ярҙам күрһәткән. Хәҙер был изге эште беҙҙең герой дауам итә, яҙмыш бурандарында аҙашҡандарға юл табырға ярҙамлаша.

* * *

«Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проекты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм республиканың «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор: Ләйсән Закирова.

Читайте нас: