Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 12:25

Башҡортостан Башлығы быйыл өфөләргә Черниковкала яңыртылған парк бүләк итергә вәғәҙәләне

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы ултырышындағы сығышында Өфөнөң үҫеше тураһында айырым әйтеп үтте, тип хәбәр итә Башинформ хәбәрсеһе.

«Бөгөн беҙ бында финанслау күләмен арттырабыҙ, тип асыҡтан-асыҡ әйтәбеҙ. Был аңлашыла ла, сөнки юбилейға әҙерләнәбеҙ. Өфө – өфөләр йәшәгән ҡала ғына түгел, ә дүрт миллионлы республикабыҙҙың баш ҡалаһы. Бындағы уңайлыҡтар менән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәммәһе лә файҙалана.

Тап шуның өсөн дә беҙ өфөләрҙең яратҡан урындарына заманса төҫ бирәбеҙ. Йыл һайын төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар бүләк итәбеҙ. Ҡала халҡы Өфө менән ғорурлана алһын, ә уның ҡунаҡтары яңынан килергә ынтылһын өсөн. Күп кенә парктарыбыҙ Рәсәйҙә иң яҡшылар статусына дәғүә итә. Быйыл беҙ Черниковка биҫтәһенә яңыртылған «Нефтехимик» паркын бүләк итәбеҙ.

Шулай уҡ ихаталарҙы һәм подъездарҙы тәртипкә килтерербеҙ. Ғөмүмән, Өфө алдында үҙенең юбилейын лайыҡлы ҡаршылау өсөн ҙур эш башҡарыу бурысы тора», – тине Радий Хәбиров депутаттар алдындағы сығышында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-29/my-pridaem-sovremennyy-oblik-samym-lyubimym-ufimtsami-ugolkam-nashey-stolitsy-radiy-habirov-3195846

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: