Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 11:40

Рәсәйҙә алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим иттеләр

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Рәсәй Дәүләт Думаһы алимент түләүҙең яңы принцибын күҙ уңында тотҡан закон проектын индерҙе. Ошо органдың сайтында баҫылған документҡа ярашлы, был сумма бала йәшәгән төбәктәге уртаса йәшәү минимумынан 50% да кәм булмаҫҡа тейеш.

Яҡтарҙың матди йәки ғаилә хәлен һәм иғтибарға лайыҡ башҡа сәбәптәрҙе иҫәпкә алып, өлөштәр күләмен кәметергә йәки арттырырға мөмкин.

«Закон проекты баланың ай һайын минималь түләү алыуға хоҡуғын яҡлай. Алимент түләгән ата-әсә ҡатмарлы тормош шарттарында дәүләт яғынан ярҙам алыу хоҡуғын тормошҡа ашырырға хоҡуҡлы», — тип билдәләнә документта.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 3 йәшкәсә балаларға әсәлек капиталынан айлыҡ пособие түләүҙә үҙгәрештәр тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-28/v-rossii-predlozhili-rasschityvat-alimenty-po-novomu-3194380

Читайте нас: