Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2023, 16:02

Республика етәксеһе 10 апрелгә ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

10 апрелгә ҡалалар тәртипкә килтерергә кәрәк, тип, ҡала мэрҙарына бурыс йөкмәтте Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Ғәҙәттә был ваҡыт 1 майға тиклем тип билдәләнә ине, ләкин быйыл ҡар иртә ирей башланы, ҡалалар ҡыштан һуң ҡалған бысраҡ һәм сүп-сар менән тулған, тип билдәләне Радий Хәбиров. Контроль идаралығына 10 апрелдә эштең барышы, ҡалаларҙа таҙалыҡты тикшереү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт еткерергә ҡушылды.

«Таҙалыҡ тураһында беренсе йыл ғына һүҙ алып бармайым. Сүп-сарҙы йыйыу, үләндәрҙе сабыу, соҡорҙарҙы ямау һәм башҡалар. Бәлки, был эш күренеп бармайҙыр, ләкин ул башҡарылырға тейеш», — тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-27/glava-bashkirii-poruchil-meram-krupnyh-gorodov-privesti-ih-v-poryadok-k-10-aprelya-3193044

Читайте нас: