Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2023, 13:54

Азамат Йәнбирҙин Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Азамат Йәнбирҙинде Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләү тураһында хәбәр итте.

«Барығыҙ ҙа уны яҡшы беләһегеҙ. Минең ярҙамсым булыр»,  — тине Радий Хәбиров.

Азамат Йәнбирҙин (элек Әлмөхәмәтов) 1971 йылда Ишембайҙа тыуған. Ике юғары белеме бар. Башҡорт дәүләт университетын, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлаған. Телевидениела карьераһын 1991 йылда йәштәр программалары мөхәррире вазифаһында башлай. Бер төркөм фекерҙәштәре менән «Вся Уфа» муниципаль телеканалын ойоштороп, унда директор урынбаҫары булып эшләй. 2010 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры итеп тәғәйенләнә. 2018 йылдың декабрендә «Вся Уфа» каналына кире ҡайта һәм 2023 йылдың 10 ғинуарына тиклем етәксе булып эшләй. 2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Указы менән Йәмәғәт палатаһы составына индерелә. Унда бер тауыштан рәйес итеп һайлана. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә эйә.

Уның етәкселегендә телекомпания хәйриә проекттарын ойоштороп, федераль кимәлдә танылыу яуланы. Улар — «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһы һәм етем балаларҙы ғаиләләргә тәрбиәгә биреү буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» проекты. Проекттың дүрт йыл эшләү осоронда 55 бала атай-әсәйле булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-27/azamat-yanberdin-naznachen-pomoschnikom-glavy-bashkirii-3193082

Читайте нас: