Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 11:41

Илебеҙҙә Мансур граниты бренды теркәлде

Роспатент Башҡортостандың Учалы районында сығарылған Мансур гранитын теркәгән. «Мансур граниты»н географик күрһәтмә сифатында теркәү тураһында «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

Мансур граниты — Башҡортостандың «географик күрһәтмә» статусына эйә булған тәүге төбәк бренды, тип билдәләне сенатор. Әлегә тиклем республикала «тауар сығарылған  урындың атамаһы» сифатында алты бренд теркәлгәйне. Улар — Башҡорт балы, Ҡурай, Бөрйәндең солоҡ балы, Асы, Ҡорғаҙаҡ һәм Йоматау минераль һыуҙары.

«Төбәк брендтары – бик мөһим инструмент. Тәү сиратта, төбәктәр өсөн. Традицион тауарҙарҙы күрһәтеү, инвестициялар йәлеп итеү һәм туризмды үҫтереү, төбәкте танытыу өсөн. Был тема Федерация Советының көн тәртибендә нығытылды, уға Федерация Советы Рәйесе Валентина Ивановна Матвиенко етди иғтибар бирә һәм был процесты үҙенең контролендә тота. Уның ҡушыуы буйынса субъекттарҙың үҙенсәлекле тауарҙарын асыҡлау һәм теркәү йәһәтенән эште дауам итәбеҙ. Төбәк брендтарын тауар сығарылған урындың атамаһы һәм географик күрһәткес сифатында теркәү — тауарҙың үҙенсәлектәрен һәм юғары сифатлы булыуын раҫлау ҙа ул. Сөнки теркәү өсөн тауарҙың уникаль үҙенсәлектәргә эйә булғанын һәм аныҡ биләмәгә хас традицион әҙерләү алымы барлығын иҫбатларға кәрәк бит. Башҡортостан тауар етештереүселәренең ошо мөмкинлектәрҙе аңлауы һәм файҙаланыуы өсөн бик шатмын», – тип яҙған Лилиә Ғүмәрова.

Белешмә

Мансур ятҡылығы граниттары аҡһыл һоро төҫтә, бер төрлө эре бөртөклө, ярыҡтары аҙ, декоратив, ныҡлығы юғары һәм һыуыҡҡа сыҙамлы. Барлыҡ төр төҙөлөш эштәрендә ҡулланыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-21/v-rossii-poyavilsya-novyy-ofitsialnyy-regionalnyy-brend-mansurovskiy-granit-3184341

Читайте нас: