Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 15:16

Өфө мэрияһында Уҡытыусы һәм остаз йылына пландар менән таныштырҙылар

Өфө мэрияһы
Фото:Өфө мэрияһы

Өфө мэрияһында Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыу пландары хаҡында һөйләнеләр. Оператив кәңәшмәлә баш ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин билдәләүенсә, тематик йыл сиктәрендә ҡалала педагогтар өсөн байтаҡ файҙалы саралар ойоштороу күҙаллана, әммә  иң көтөлгәне — уҡытыусыларҙың юғары статусын һәм уларҙың хеҙмәтенең әһәмиәтен таныу.

Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң педагогтар берләшмәһе апрелдә «Юғарыға ос!» мәктәп форумында, мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә ҡатнаша.

Шулай уҡ программала педагогик хеҙмәт ветерандарын тәбрикләүгә, халыҡ-ара Уҡытыусылар көнөнә, Мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы саралар бар.

«Декабрҙә иң яҡшы уҡытыусыларҙы һәм остаздарҙы бүләкләү өсөн ҙур сара ойошторорға әҙерләнәбеҙ, — тип саралар планы менән таныштырҙы ул. — Йәш уҡытыусыларҙы ла йәлеп итеп, ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, конкурстар, фестивалдәр үткәреү буйынса эш алып барыла».

Уҡытыусыларҙан тыш, Уҡытыусы һәм остаз йылы сараларында мәктәп уҡыусыларының һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Улар өсөн шиғыр һөйләүселәр, һүрәттәр һәм иншалар конкурстары уҙғарыла. Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө алдынан «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «#фотоиззапарты» акцияһы башлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-21/v-merii-ufy-rasskazali-o-planah-na-god-pedagoga-i-nastavnika-3185431

Читайте нас: