Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.24
+0.64
82.37
+0.91
74.92
+1.12
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 11:40

Башҡортостанда дөйөм хаҡы 100 миллион һумдан ашыулыҡ яңы юл яны комплекстары төҙөлә

Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре
Фото:Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда дөйөм хаҡы 100 миллион һумдан ашыулыҡ дүрт яңы юл буйы комплексы төҙөлә, тип хәбәр итте республика премьер-министры Андрей Назаров. Уларҙың барыһы ла Шишмә районында.

«Проекттарҙың береһе М5 федераль автомобиль юлында төҙөлә. Унда туҡталҡа, автосервис, кафе, автойыуыу һәм сауҙа комплексы була. Инвестицияларҙың күләме — 52 миллион һумға яҡын, яңы эш урындары  — 26. Икенсе инвестор ике объект төҙөүгә 50 миллион һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Улар ҡунаҡхананан, туҡланыу пунктынан, автосервистан һәм автозаправка станцияһынан тора. Шулай уҡ Ҡара Яҡуп ауылында 6 миллион һумға тағы бер юл буйы комплексын асыу күҙаллана», — тип яҙҙы Назаров үҙенең телеграм-каналында.

Республикала 1100-ҙән күберәк ошондай объект эшләй, киләсәктә 10 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалып, йәнә 95-те асыу планы бар.

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко республикабыҙға сәфәре барышында беҙҙең юл буйы сервисын үҫтереү тәжрибәһен бик уңышлы тип билдәләгәйне. Ошо өлкәләге программабыҙҙы бөтә илгә тараталар», — тип өҫтәне Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-16/v-bashkirii-poyavyatsya-novye-pridorozhnye-kompleksy-obschey-stoimostyu-bolee-100-mln-rubley-3178982

Читайте нас в