17:12 (UTC+5), 09 Февраль 2023

«Бәләнән ҡотҡарыу — Башҡортостанға хас традиция»: Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы Төркиәгә ебәреү тураһында

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн Төркиәгә осҡан ҡотҡарыусылар тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

«Бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарыу — Башҡортостанға хас традиция. Беҙ Донбасс халҡына ярҙам иттек. Әле лә уларҙы ярҙамдан ташламайбыҙ. Пандемия ваҡытында беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстанда, Абхазияла, Рәсәйҙең алты төбәгендә эшләне. Ошо һәләкәт ҡорбандарының яфа сигеүен күреп, ирекмәндәребеҙ ситтә тороп ҡала алманы. Уларҙың тәүге отряды Газиантепҡа юлланды. Ирекмәндәрҙе төрөк коллегалары көтә, тиҙҙән улар емереклектәрҙе аҡтарыу эшенә тотона», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, ирекмәндәрҙең күбеһе — профессиональ ҡотҡарыусылар.

«Ошондай осраҡтарҙа нисек эш итергә белгән ҡотҡарыусылар, отпуск алып, зыян күреүселәргә ярҙамға ашыҡты. Эшләгеҙ, туғандар!», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың эҙләү-ҡотҡарыу командаһы составында 25 ирекмән бар. Улар махсус өйрәтелгән Торин ҡушаматлы этте лә үҙҙәре менән алған. Яҡын көндәрҙә тәбиғәт һәләкәте урынына республиканан бөтәһе 80-гә яҡын ҡотҡарыусы ебәрелә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-09/v-traditsiyah-bashkirii-vyruchat-iz-bedy-radiy-habirov-ob-otpravke-spasateley-v-turtsiyu-3136785

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика