

Башҡортостандың 25 ирекмәндән торған торған эҙләү-ҡотҡарыу командаһы урындағы халыҡҡа ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә булышлыҡ итеү өсөн Төркиәгә юлланды. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре хәбәр итеүенсә, төркөм составында отпускыла булған ҡотҡарыусылар бар, улар үҙҙәре ярҙам күрһәтергә теләк белдергән.
Ирекмәндәр емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән этте командировкаға алған. Торин ҡушаматлы эт бер нисә тапҡыр ҡотҡарыу операцияларында ҡатнашҡан. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡотҡарыусы эт Торин «Мой ласковый и нужный зверь» халыҡ-ара премияһында ҡатнаша.
Төрөктәр социаль селтәрҙә республика етәкселегенә һәм битараф ҡалмаған яҡташтарыбыҙға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән.
Тиҙҙән Башҡортостандан 80-гә яҡын ҡотҡарыусы Төркиәгә юллана, тип билдәләнеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Төркиәлә ҡорбандар һаны 12 391 кешегә еткән, 63 меңгә яҡыны яраланған, тип хәбәр итә урындағы Anadolu агентлығы.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.