Азамат Йәнбирҙин «Вся Уфа» телеканалы етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта ул «Башинформ» агентлығына үҙе хәбәр итте һәм телекомпанияла һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. Мәскәүҙә бер нисә эш тәҡдим иткәйнеләр, әммә республикала эшкә урынлашырға варианттар булһа, «бик теләп ҡалыр инем», тине медиаменеджер.
2021 йылдың ноябрендә Азамат Йәнбирҙин Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды, ул ошо вазифала ҡала.
Азамат Йәнбирҙин (Әлмөхәмәтов) 1971 йылда Ишембайҙа тыуған, Башҡорт дәүләт университетын, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлаған. 1999-2010 йылдарҙа – «Вся Уфа» муниципаль телекомпанияһының топ-менеджерҙары составында, 2010-2017 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары (Башҡортостан юлдаш телеканалы етәксеһе). 2018 йылдың декабрендә Өфөнөң муниципаль телеканалы директоры итеп тәғәйенләнгән.
Әлеге ваҡытта «Вся Уфа» телекомпанияһы етәксеһе вазифаһын PR бүлеге еначальнигы Юлия Юмагуена башҡара.