Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2022, 11:58

Башҡортостанда махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Илшат Ғәлин иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды

Таҡтаташ ул уҡыған мәктәптә асылды, тип хәбәр итте Бөрйән районы хакимиәте.

5 ноябрҙә Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында хәрби хәрәкәттәр ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры, сержант Илшат Ғәлин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Украинала махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.

Ауылдаштары, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре уның хәтерен мәңгеләштереү һәм улын ысын ир-егет, үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләгән әсәгә ихтирам күрһәтер өсөн йыйылды.

– Илшаттың яҡташ булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Көн һайын мәктәпкә килгән балалар ошо мемориаль таҡтаташты күреп, үҙҙәренең уй-фекерҙәрен, ҡылыҡтарын Илшатттыҡы менән сағыштырып ҡарар тип ышанам. Сөнки ул тыуған еренең ысын патриоты һәм улы булды! –  тип билдәләне район советы рәйесе Илшат Ишбулатов.

Мемориалды асыу хоҡуғы район Советы рәйесе Илшат Ишбулатовҡа һәм геройҙың әсәһе Сәкинә Ғәлинаға бирелде.

Тантанала ҡатнашыусылар Илшат Ғәлинды бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-06/v-bashkirii-ustanovili-memorialnuyu-dosku-v-chest-pogibshego-na-svo-ilshata-galina-3017629

Читайте нас: