Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2022, 13:13

Радий Хәбиров Роспотребнадзор коллективын хеҙмәттең бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе башланыр алдынан Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт коллективын йөҙ йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы һәм хеҙмәткәрҙәргә һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте.

«Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәренә ҡыйыулыҡтары, сифатлы эштәре өсөн рәхмәт белдерәм, пандемия осоронда ҡатмарлы юлды бергәләп үттек. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, беҙ һеҙҙең менән теләһә ниндәй һынауҙарҙы үтеп сығырбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ә идаралыҡ начальнигы Анна Казак Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

«100 йыл эсендә беҙҙең хеҙмәт ҡатмарлы үҫеш юлы үтте. Беҙҙе, бәлки, яратып һәм аңлап та етмәйҙәрҙер. Әммә яйға һалынған берлектәге эш кенә тотороҡлоҡҡа килтерә», — тине Анна Казак.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-19/radiy-habirov-pozdravil-kollektiv-rospotrebnadzora-s-vekovym-yubileem-so-dnya-sozdaniya-sluzhby-2955543

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: