Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
55.3
0
52.74
0
85.35
-1.83
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь , 16:42

«Европаға ҡарағанда беҙҙең ҡыш яҡшыраҡ булыр» – Башҡортостан Башлығы йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле сентябрь аҙағында ғына башлайбыҙ. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ведомство белгестәре һауа торошон даими күҙәтеп бара. Фараздарға ҡарағанда, сентябрь аҙағында ғына уртаса тәүлек температураһының 8 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә. Шуға күрә йылытыу миҙгелен башларға иртәрәк.

Радий Хәбиров социаль объекттарға, шул иҫәптән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауалау учреждениеларына йылы биреү мәсьәләләрен шәхси тәртиптә хәл итергә ҡушты. Кәрәк икән, йылыны алданыраҡ та бирә башларға мөмкин.

«Ҡышҡа инергә лә күп ҡалманы. Ул ниндәй булыр, белмәйбеҙ. Ләкин шуны беләм, беҙҙең ҡыш Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр. Көндәр әлегә йылы тора, шуға йылытыу миҙгелен башларға иртәрәк», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-19/nasha-zima-budet-luchshe-chem-v-evrope-glava-bashkirii-o-podgotovke-k-otopitelnomu-sezonu-2955683

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас в